Интернетта төрлө мессенджерҙарҙа “мамонт” тип аталған мутлыҡ схемаһының таралыуы теркәлә. Һүҙ мессенджерҙың сервисын “емереү” тураһында бармай – иҫке, әммә әлегә тиклем һөҙөмтәле схема Mamont Android-троян ҡулланыла. Нимә ул? “Фактчекинг по-башкирски” каналы тикшерҙе.
Mamont – ул зарарлы программа, ул ҡуйылғандан һуң SMS, push-хәбәрҙәр һәм раҫлау кодтарына инеү мөмкинлеген ала. Асылда, енәйәтселәр банк ҡушымталарына инеүҙе тотоп ҡала һәм ҡулланыусы исеменән операцияларҙы раҫлай ала.
Схема үҙе ҡушымтаның техник көсһөҙлөгөнә түгел, ә ҡулланыусының ышанысына ҡорола. Мутлашыусылар тәүҙә ысын кешеләрҙең аккаунттарына инә, шунан һуң уларҙың исеменән хәбәрҙәр ебәрә. Йыш ҡына был йорт, ата-әсәләр йәки эш чаттарында була, унда ҡулланыусылар иң аҙы хәйлә көтә.
Хәбәрҙәр көндәлек кеүек күренә: “фотоны ҡара әле”, “бында документ”, “был видеола һинме?”, “файлды тикшерегеҙ”. Эстә – һылтанма йәки APK-файл. Уны урынлаштырғандан һуң, ул контролде енәйәтселәргә тапшыра.
Мутлашыусылар үҙҙәрен таныштар, күршеләр, коллегалар, чат администраторҙары, ташыу хеҙмәттәре, “ярҙам”сервистар булып таныта.
Нисек һаҡланырға: APK һәм чаттарҙан теләһә ниндәй файлдарҙы күсереп алмағыҙ, таныш кеше яҙһа ла, һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ, сәйер хәбәрҙәрҙе ҡабаттан тикшерегеҙ (ебәреүсенең ысын номерына шылтыратыу яҡшыраҡ), ҡушымталарҙы рәсми магазиндарҙан ғына урынлаштырығыҙ, мәҫәлән, RuStore-ҙан, ҡоролмаға антивирус ҡуйығыҙ, SMS-ҡа һәм билдәһеҙ ҡушымталарға белдереүҙәргә инеү мөмкинлеген бирмәгеҙ. Иғтибарлы булығыҙ!
Уҙған аҙнала Рәүфә Рәхимованың медиа селтәрендә үҙенсәлекле исем менән яңылыҡ сыҡты: имеш Башҡортостанда чиновниктар килем тураһында мәғлүмәтте баҫтырып сығарырға тейеш түгел, йәнәһе Радий Хәбиров яңы указ менән төбәк чиновниктарына “бүләк” яһаған, асыҡлыҡҡа зыян килтерелде, хәҙер йәмәғәт контроленә нөктә ҡуйҙы. Ни өсөн шулай булмауын аңлатабыҙ.
Беренсенән, был Радий Хәбировтың шәхси башланғысы түгел һәм республика чиновниктарына “бүләк” тә түгел. 2026 йылдың 24 мартында Башҡортостан Башлығы төбәк норматив акттарын Рәсәй Президенты Владимир Путин 2025 йылдың декабрь аҙағында ҡул ҡуйған федераль законға ярашлы итеп килтерҙе.
Нимә үҙгәрҙе? Күпселек дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн йыл һайын килемдәр, сығымдар һәм мөлкәт тураһында “ҡағыҙ” декларациялар биреү һәм баҫтырып сығарыу бөтөрөлә; был мәғлүмәттәрҙе асыҡ ҡулланыуға сығарыу бурысы бөтөрөлдө. Әммә бер кем дә чиновниктарҙың килемен һәм мөлкәтен контролдә тотоуҙы юҡҡа сығармаған. Киреһенсә, ул ҡатыраҡ һәм замансараҡ була.
Хәҙер иҫкергән система урынына “Посейдон”дәүләт мәғлүмәт системаһы аша өҙлөкһөҙ автоматлаштырылған мониторинг эшләй. Система реаль ваҡытта Федераль һалым хеҙмәте, Росреестр, Росфинмониторинг, банктар, ЮХХДИ һәм башҡа ведомстволар базаларынан мәғлүмәттәр ала. Чиновниктың һәм уның яҡындарының финанс йәки мөлкәтендәге һәр төрлө шикле үҙгәрештәр шунда уҡ күренәсәк.
Декларацияны элеккесә бирергә кәрәк, әммә билдәле бер ваҡиға буйынса ғына: хеҙмәткә ингәндә йәки яңы вазифаға тәғәйенләнгәндә, икенсе органға күсерелгәндә, кадрҙар резервына индерелгәндә, ҙур килешеүҙәр төҙөгәндә.
Асыҡлыҡ менән нимә булыр? Эйе, хәҙер йыллыҡ асыҡ исемлектәр булмаясаҡ. Әммә дөрөҫөн әйткәндә: коррупцияға ҡаршы реаль көрәш өсөн сайттағы матур һандар түгел, ә закон боҙоуҙы оператив асыҡлау һәм туҡтатыу мөмкинлеге мөһим. Тап ошоно “Посейдон” бирә.
Элек асыҡ декларациялар нигеҙендә тикшереүҙәр үткәргәндәр хәҙер башҡа законлы инструменттарҙы — запростарҙы, реестрҙарҙы һәм башҡаларҙы ҡуллана ала. Ә йәмғиәт өсөн иң мөһиме — коррупционерҙарҙы тотоп, язалау.
Күреүегеҙсә, “асыҡлыҡты ябыу” йәки чиновниктарға “бүләк” юҡ. Был Бөтә Рәсәй буйынса барған коррупцияға ҡаршы системаны модернизациялау.
Новосибирск өлкәһендә әүҙем рәүештә малдарҙы юҡ итеүҙе күрһәткән нейроселтәр ярҙамында эшләнгән ялған видеояҙмалар таратыла. Был хаҡта төбәктең мәғлүмәт сәйәсәте департаменты етәксеһе Сергей Нешумов хәбәр итте, ти ТАСС.
Чиновник әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл темаһы тирәләй етди мәғлүмәт шауҡымы күтәрелгән. Ялған материалдар һаны арта, һәм төбәк халҡы йыш ҡына ялған мәғлүмәт менән осраша.
Һуңғы ваҡытта яһалма зиһен ярҙамында ялған таралыу осраҡтары бөтә ил буйынса һиҙелерлек йышайҙы. Күптән түгел беҙҙә лә Өфө районында ҡотороу сире буйынса карантинға бәйле провокацион һүрәттәр теркәлде.
Яһалма зиһен яраҙмында эшләнгән ялған видеоны нисек танырға?
- Реалистик булмаған деталдәр. Сәйер хәрәкәттәр, тәндең боҙолған өлөштәре, “йөҙөүсе” элементтар.
- Сәхнә логикаһы боҙолоу. Яҡтылыҡ, күләгәләр һәм объекттарҙың тәртибе тап килмәй.
- Хәрәкәттә боҙолоу. Объекттар йыуыла, формаһын үҙгәртә, динамика ваҡытында “тарҡала”.
-Тауыштың тап килмәүе. Тауыш һәм фон тәбиғи түгел йәки видео менән тап килмәй.
- Тәүге сығанағы юҡ. Видео мессенджерҙарҙа ғына бар, киң мәғлүмәт сараларында йәки рәсми каналдарҙа раҫланмаған.
- Эмоцияларға баҫым. Роликты “ашығыс”, “беҙҙән йәшерәләр”, “шок” билдәләре менән ебәрәләр. Был – уны тиҙ арала башҡа кешеләргә ебәртеү һәм таратыу өсөн эшләнә.
Әле, властар республикала хайуандарҙың инфекцияһын булдырмау буйынса саралар күргәндә, мәғлүмәттәрҙе рәсми сығанаҡтар менән сағыштырырға кәңәш итәбеҙ, ялған мәғлүмәт таратыуға булышлыҡ итмәҫ өсөн тикшерелмәгән материалдарҙы таратмағыҙ.
Өфөлә ике ир араһында низағ сыҡты: улар һүҙгә килешә һәм һөҙөмтәлә береһе икенсеһен машина менән бәрҙерә, унан һуң сығып туҡмай. Ғауғалы телеграм-каналдар был хәлде тотоп та ала. Берәүҙәр, һөжүм иткәне мигрант тип яҙһа, икенселәре, ул бөтөнләй МХО ветераны тип яҙып сыға. Әммә хәлде тикшергәс, ике фараздың да дөрөҫ түгеллеге асыҡлана.
Низағ көнкүреш нигеҙҙә килеп сыға. Константин исемле ир күршеләренә ихатала араҡы эскәндәре өсөн иҫкәрмә яһай. Улар һүҙгә килешә һәм береһе һуғыша башлай. Ул Башҡортостанда йәшәгән, быға тиклем хөкөм ителгән Динар исемле таксист булып сыға. Или мигрант та, ваххабист та түгел. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ла ҡатнашмаған. Әле ғәйепле кеше ҡулға алынған һәм уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Зыян күргән ир дауаханала, уға ярҙам күрһәтелә.